Даирә
+18 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Июнь 2022, 15:40

"Америка интернетты һүндерһә, ни булыр?"

Гәзит-журналдарҙы ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел – Азат Бадранов.

"Америка интернетты һүндерһә, ни булыр?""Америка интернетты һүндерһә, ни булыр?"
"Америка интернетты һүндерһә, ни булыр?"

"Медиапатриотизм" секцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов баҫма матбуғат сараларының мөһимлеге хаҡында һөйләне.

«Беҙҙең ҡайһы бер коллегаларыбыҙ баҫма матбуғат сараларын, айырыуса муниципаль баҫмаларҙы ҡыҫҡартыу мәсьәләһен йыш күтәрҙе. Беҙ, республика властары, һәр саҡ баҫма матбуғатты яҡлау өсөн, журналист ставкаларын һаҡлау өсөн төрлө дәлилдәр уйлап табабыҙ. Өс йыл элек беҙҙең иң төп аргумент шулай ине, иртәгә Америка интернетты һүндерһә, ни булыр? Һуңыраҡ был һорау хәл ителде. Әммә ул йәнә актуаль. Бөгөн гәзит-журналдарҙы ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел», – тине Азат Бадранов.

Фото: Юлай Кәримов.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас