Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
6 Июня 2022, 17:21

Түтәлдә – яралы ҡатын...

Бер йорт янында билдәһеҙ әҙәм ҡатынға атып ҡасҡан.  Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Түтәлдә – яралы ҡатын...Түтәлдә – яралы ҡатын...
Түтәлдә – яралы ҡатын...

Үткән төндә Күмертауҙа ҡала дауаханаһына эсе яралы 29 йәшлек ҡатынды килтергәндәр. Бер йорт янында билдәһеҙ әҙәм ҡатынға атып ҡасҡан. 

Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткән.

"Ул аңында ине. Хәлен табиптар уртаса ауырлыҡта тип баһалаған. Эсендә ҡоралдан атылған йәрәхәт бар", - тип һөйләгән шаһит. Шул йортта йәшәүсе төндә атыу тауышы ишеткән. Полиция хеҙмәткәрҙәрен ул саҡыртҡан да инде. Хоҡуҡ һаҡсылары газонда ҡанға батҡан зыян күреүсене тап иткән һәм уны тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. 

БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, дауаханаға травматик пистолеттан атыу арҡаһында яраланған ҡатынды килтергәндәр, полиция енәйәтсене эҙләй һәм хәл-ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә эшләй.

Фото:kumertime.info

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас