Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Июня 2022, 13:06

Оло фажиғәгә 33 йыл

Ни өсөн һандар теүәл түгел, сөнки ул саҡта билеттарҙа паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелмәгән. Ә тереләй янып бөткән кешеләрҙең һанын аныҡ ҡына иҫәпләп тә булмағандыр, күрәһең...

Добавить в предпочтительные источники Google
Оло фажиғәгә 33 йылОло фажиғәгә 33 йыл
Оло фажиғәгә 33 йыл

Бөгөн Рәсәй биләмәһендәге иң ҙур һәм иң ҡурҡыныс тимер юл һәләкәтенә 33 йыл тула. Ул 1989 йылдың 4 июнендә Әшә – Оло Теләк араһында була.

Янында үткән үткәргес торбалағы авария һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡеүәтле газ шартлауы 211 "Новосибирск - Адлер" һәм 212 "Адлер - Новосибирск" поездарының үткән ваҡытына тура килә һәм ул ваҡытта йөҙәрләгән кешенең ғүмерен өҙә, йәнә йөҙәрләгән кеше инвалидҡа әйләнә. Ике поездың 37 вагонынан етәүһенән көл-күмер генә ҡала, 11-е ысҡынып юл ситенә ауа. Шартлауҙан хасил булған янғын 250 гектар ергә тарала.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ул саҡта 575 кеше һәләк булған (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 645), шуларҙың 181-е – балалар, алты йөҙҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Ни өсөн һандар теүәл түгел, сөнки ул саҡта билеттарҙа паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелмәгән. Ә тереләй янып бөткән кешеләрҙең һанын аныҡ ҡына иҫәпләп тә булмаған. Ике вагонда балалар Адлерға ялға йүнәлгән, улар араһында бер кем дә иҫән ҡалмаған тиерлек...

Башҡортостан табиптары кешеләрҙе фажиғәнән ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән. Күптәр дауаханаларҙа һәләк булған. Поездарҙа 1300 самаһы кеше ултырған, улар башлыса Себер һәм Урал төбәктәре кешеләре булған.

Был фажиғә әле һаман онотолмай. Уны оноторға ла ярамай. Яңылышлыҡ менән бындай оло фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн. 

Фотолар: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас