

Бөгөн байрам айҡанлы Кремлдә Президент «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булыусы күп балалы ғаиләләр менән осрашты. Ил Башлығы сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны.
— Орден-миҙалға ирешкән ғаиләләр өсөн аҡсалата ярҙам булдырырға тәҡдим итәм. «Әсәлек даны» миҙалы өсөн 200 мең һум, «Ата-әсәлек» ордены өсөн 100 мең һум пособиены 500 мең һумға тиклем арттырырға кәрәк, — тине Путин.
Шулай уҡ ул Совет осоронда тапшырылған «Герой-әсә» почетлы исемен тергеҙергә һәм уның өсөн бер миллион һум күләмендә түләү булдырырға тәҡдим итте. Президенттың һүҙҙәренсә, күп балалы ғаиләләр трендҡа әйләнергә тейеш.
Автор и фото:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-01/yuanysly-h-b-r-2825555