

Кисә Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһының форумы башланды. Ике көн дауамында гүзәл зат вәкилдәре өсөн төрлө лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Сарала психологик, юридик ярҙам алырға, сәләмәтлек буйынса тар профилле белгестәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша. Ул сараның уңышлы һәм һөҙөмтәле үтеүен теләне.
– Бөгөнгө форумда ҡатнашыусыларҙы республикабыҙҙың бөтә ир-егеттәре исеменән сәләмләү минең өсөн ҙур мәртәбә. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» ябай ғына муниципаль проект булараҡ старт алғайны. Ҡыҫҡа ваҡытта ул илдең төрлө төбәгендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Уларҙың күптәре республикабыҙҙың тоғро дуҫына әйләнде. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең арала коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптар ҙа, ирекмәндәр ҙә бар. Ә шарттарҙа һеҙ — ир-егеттәрҙең ныҡлы терәге. Беҙ бергә барыһын да йырып сығырбыҙ тип ышанам. Беҙҙең бурыс — Башҡортостанды һәм бөтә илде ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһенә әйләндереү.
Һүҙ араһында ул үҙенең бер серен дә асып һалды.
– Сер асам. Мин тормошта күп төрлө хәлгә тарыным һәм бер нимәнән ҡурҡмайым, тиерлек. Әммә минең өсөн иң ҡурҡынысы: тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған йорт комитеттары менән осрашыу. Был еңелдән түгел. Улар бик һирәк кенә рәхмәт әйтә һәм үтә талапсан, – тине Радий Фәрит улы.