Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
25 Мая 2022, 10:01

Хөрмәтле райондаштар!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙ тағы ла юғалтыу кисерҙе.

Хөрмәтле райондаштар!Хөрмәтле райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

19 майҙа Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция барышында контракт буйынса хеҙмәт итеүсе сержант Марсель Һөйөндөк улы һәләк булып ҡалды. Район Мәҙәниәт һарайында һалдатты оҙатыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡатнашты һәм Марселдең әсәһе Дилә Әнүәр ҡыҙының, тормош иптәше Айгөлдөң ауыр ҡайғыларын уртаҡлашты. Шулай уҡ уның менән бәхилләшергә туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, класташтары, ауылдаштары, район халҡы килде.
Марселгә ни бары 28 йәш ине. Шуға ҡарамаҫтан, ул йәшәргә ынтыла, ғаилә ҡора, өс балаға ғүмер бирергә өлгөрә. Үҙе лә йәшләй генә атайһыҙ ҡалған Марсель балаларына яҡшы һәм һөйөклө атай була.
Марсель Ҡорманалин Шәрипҡол мәктәбен тамамлағас, 2012 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Биш йыл үткәндән һуң ул хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә һәм 2018 йылдың ғинуарында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Украина биләмәһендә Үҙәк хәрби округы дивизияһының танк ротаһы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Нәҡ ошонда барған хәрби бәрелештәрҙә Марселдең ғүмере өҙөлә.
Тыуған ил һаҡсыһы Марсель Ҡорманалиндың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Яҡындарына түҙемлек, сабырлыҡ насип итһен Хоҙай.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас