Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Май 2022, 15:14

25 майҙа Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостанда 25 майҙа мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау уҙғарыуға бәйле спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.

25 майҙа Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла
25 майҙа Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла

Бындай тыйыу алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡ субъекты предприятиеларына ҡағыла. Ә дөйөм туҡланыу предприятиеларында был тыйылмай.

Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә – продукцияны конфискациялау менән бергә йәки унһыҙ 100-300 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем байрамында һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә лә республикала иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-24/25-maya-v-bashkirii-budet-zapreschena-prodazha-alkogolya-2815169

Автор:Галина Бахшиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: