Бөтә яңылыҡтар

Помидор ултырттығыҙмы әле?

Баҡсасынан алты кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.

Помидор ултырттығыҙмы әле?
Помидор ултырттығыҙмы әле?

Быйылғы яҙ көтөлмәгәнсә килә: йә көслө ел, йә һалҡын ҡойма ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа хатта ҡар яуып аптыратты. Был баҡсасыларға оторо ҡамасаулай, сөнки ҡайһы бер үҫемлектәрҙе сәсергәме-юҡмы тип икеләнә улар.

Помидорҙы ла күптәр ҡасан асыҡ һауаға сығарып ултыртырға тип икеләнәлер. Ошо йәһәттән баҡсасы кәңәштәре ярҙамға килер.

1.Помидорҙы балан сәскә атҡан мәлдә баҡсаға күсерәләр.

2. Үҫентеләрҙе тупраҡҡа ултыртыр алдынан ике-өс көн алда аҫтағы ике-өс япрағын киҫеп алырға кәрәк.

3. Помидорҙар эре hәм көслө булһын өсөн, ултыртаһы соҡорға көл һалырға мөмкин.

4. Улар тиҙерәк үҫһен өсөн өс литр һыуға бер тамсы йод һалып һибергә, был ашлама тиҙ үҫеүгә һәм помидорҙарҙың эре булыуына булышлыҡ итәсәк.

5. Помидор сәскә атҡанда 10 литр һыуға биш грамм бор кислотаһы һалып һибергә кәңәш ителә. Был помидор сәскәһенең йәшелсәгә тумалыуын тиҙләтә.

6. Баҡсасылар әйтеүенсә, ниндәй генә ашлама ҡулланһаң да, иң алда түтәлдәрҙе һыу менән еүешләтеп сығыу мотлаҡ, һуңынан ашламалы һыуҙы ҡойорға була.

Уңышығыҙ мул булһын!

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в