Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Май 2022, 15:45

Бәхил бул, һалдат!

Бөгөн Олокүл ауылында Украинала һәләк булған яҡташыбыҙ Вадим Хәкимов менән хушлаштылар.

Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!

Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ауылдаштары, барлыҡ район халҡы йыйылды.
Ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та килде.
Ирек Хәйривари улы, Вадим кеүек егеттәрҙең Ватанды һаҡлауҙа ысын ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ өлгөһө булыуын билдәләне, яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.
Вадим Камил улы Олокүл ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең 7-се класын тамамлағас, Октябрьский ҡалаһындағы спорт мәктәбенә уҡырға инә. 2015 йылда хәрби хеҙмәт буйынса контракт төҙөй. 27 генә йәшендә ғүмере фажиғәле өҙөлдө.
Туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай уларға түҙемлек, сабырлыҡ насип итһен.
Тыныс йоҡла, һалдат!

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: