Даирә
+7 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
23 Мая 2022, 03:01

Ҡайһы бер пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләнә

Был түләүҙе һәр хаҡлы ялдағы кеше ала алмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайһы бер пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләнәҠайһы бер пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләнә
Ҡайһы бер пенсионерҙарға 10 мең һум аҡса түләнә

Был түләү пенсияға өҫтәмә түгел, һәр хаҡлы ялдағы кеше ала алмай. Бер шарты бар.

Әгәр ҙә пенсионер үҙмәшғүл (самозанятый) булараҡ теркәлә икән, уға 10 мең һум аҡса бирелә. Был сумманы һалым түләү өсөн тотонорға тейештәр.

Пенсия фондында үҙмәшғүлдәр (теркәлгәндәр тураһында һүҙ) рәсми эшләгән кеше һымаҡ күренмәйәсәк. Шуға ла уға йыллыҡ индексация була, ташламалар ҙа бирелеүе мөмкин.

Баяғы 10 мең һум аҡсаны алған үҙмәшғүлгә һалым ставкаһы өс процент. Ә аҡса бөткәс, дүрт процент түләйәсәк, тип аңлаталар.

Әгәр ҙә үҙмәшғүл статусын яҡын арала алһа, түләү июндә үк буласаҡ.

Тик шуныһы бар: пенсионерҙар үҙ аллы эш менән шөғөлләнгән хәлдә лә, үҙмәшғүл булып рәсми теркәлергә ризамы икән һуң?

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-22/ay-y-ber-pensioner-ar-a-10-me-um-a-sa-t-l-n-2813534

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас