Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Май 2022, 09:37

Дәртләндерҙе Ҡурай байрамы

Быйылғы конкурс бигерәк тә яҡшы ойошторолған ине. Бындай саралар республикабыҙ ҡурайсыларын берҙәмләштерә, беҙгә артабан эшләргә көс-дәрт һәм ҙур тәжрибә бирә.

Дәртләндерҙе Ҡурай байрамы
Дәртләндерҙе Ҡурай байрамы

13-14 майҙа Октябрьский ҡалаһында БАССР-ҙың халыҡ артисы һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған XXI Республика Ҡурай бәйгеһе булып үтте. Милли музыка ҡоралы – ҡурайҙы пропагандалауға һәм танытыуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән Ҡурай байрамы быйыл Башҡортостандың 19 районы һәм 12 ҡалаһынан һәм Силәбе өлкәһенән 334 ҡурайсыны йыйҙы. Конкурста бөтәһе 93 солист һәм 22 ижади коллектив ҡатнашты. Ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашыусы Ҡырмыҫҡалы Балалар сәнғәт мәктәбенең "Толпар" өлгөлө ансамбле (етәкселәре - Имза Биктимеров һәм Фәйез Хәйретдинов) 2-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ солистар араһында Имза Биктимеров 1-се дәрәжә, Илнар Ғарифуллин 2-се дәрәжә, Айназар Абдуллин 3-сө дәрәжә дипломдары, Данияр Яхин менән Данис Ғөбәйҙуллин ҡатнашыусы булараҡ дипломдар менән бүләкләнделәр. “Ҡурайсылар бәйгеһендә йыл да ҡатнашабыҙ. Быйылғы конкурс бигерәк тә яҡшы ойошторолған ине. Бындай саралар республикабыҙ ҡурайсыларын берҙәмләштерә, беҙгә артабан эшләргә көс-дәрт һәм ҙур тәжрибә бирә. Абруйлы жюри ағзалары – виртуоз ҡурайсы Мөхәмәт ағай Түләбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ ижады белгесе һәм күп яҡлы талант эйәһе Юлай ағай Ғәйнетдинов һәм башҡа бик күп билдәле ҡурайсылар алдында сығыш яһау беҙҙең өсөн үҙе бер оло мәртәбә. Ошондай ысын мәғәнәһендәге Ҡурай байрамы ойоштороусыларҙың барыһына ла, унда барырға ярҙам итеүсе беҙҙең етәкселеккә һәм шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтлемен”, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште ҡурай уҡытыусыһы Имза Әхтәм улы.

 Районыбыҙ ҡурайсыларын уңышлы сығыш яһауҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: