Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Май 2022, 11:24

Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!

Район Мәҙәниәт һарайында Пионерияның 100 йыллығына һәм уҡыусыларҙы пионерҙар сафына ҡабул итеүгә арналған тантана үтте.

Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!
Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!

Сарала мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, пионер хәрәкәте ветераны Мәрйәм Абакачева, уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты.
Сараны асҡандан һуң байраҡты тантанаға алып сығыу иң яҡшы уҡыған һәм пионерия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ һәм малайҙарға ышанып тапшырылды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырандан һуң йыйылыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев сәләмләне һәм Пионерияның 100 йыллығы айҡанлы бер төркөм пионерҙар хәрәкәте вожатыйҙары һәм пионерҙар эше кураторҙары Гүзәл Мөхитдинова, Зөмрәт Завьялова, Резида Әҙиәтуллина, Валентина Кириллова, Анастасия Григорьева, Гөлшат Ғәйетҡоловаларҙы тәбрикләне.
Райондың “Татыу умарта” балалар йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эш алып бара. Был турала ойошма рәйесе Эльвира Баязитова әйтеп үтте һәм йәмәғәт эштәрендә, төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан район пионерҙарына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бынан тыш, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары Дилбәр Иманғолова, Олеся Алешина, Регина Мөлөкова, Регина Бәширова, Райхана Хәмитова, Зимфира Хөсәйенова һәм Наталья Грачеваны Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләп үтте.
Пионерҙар хәрәкәте ветераны Мәрйәм Абакачева байрам менән ҡотлап, буласаҡ пионерҙарға изге теләктәрен еткерҙе һәм Тыуған илебеҙҙе яратыуҙарын, тәбиғәтте һаҡлауҙарын, ололарҙы хөрмәт итеүҙәрен, үҙеңдән кеселәргә өлгө булыуҙарын теләне, пионер исеменә тап төшөрмәй, әүҙем б улырға өндәне.
- Пионер – һәр саҡ алдынғы, һәр ерҙә өлгөр булырға тейеш. Пионер изге күңелле, намыҫлы, йомарт һәм батыр кеше. Ул ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Пионер һәр саҡ ҡыйыу алға бара һәм үҙ артынан иптәштәрен дә эйәртә. Бөгөнгө көн бер ҡасан да онотолмай. Мин үҙем 60-сы йылғы пионер. Владимир Ильич исемендәге ойошманың пионерҙар сафына ҡабул итеү көнө минең хәтеремдә бөгөнгөләй асыҡ һаҡлана,- тине Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы.
Бына уҡыусылар өсөн иң тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте. Тантаналы өлөштән һуң Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге, М.М.Шайморатов исемендәге Шайморатов, Ф.Әсәнов исемендәге Боҙаяҙ мәктәптәре, 2-се Ҡырмыҫҡалы, гимназия, Ҡарлыман, Николаевка, Бекет, Ҡабаҡ, Илтирәк, Константиновка, Иҫке Шәрәй, Подлуб мәктәптәренең барлығы 308 уҡыусыһы пионер исемен алды, тантаналы пионер вәғәҙәһен бирҙе һәм райондың “Татыу умарта” балалар йәмәғәт ойошмаһы ағзалары булды. Уларға пионер галстуктарын байрам ҡунаҡтары, уҡытыусылар һәм өлкән пионерҙар бәйләне. “Көрәшкә һәм эшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” тигән саҡырыуға уң ҡулын маңлай тирәһенә күтәреп “Һәр ваҡыт әҙер” тип яуап бирҙеләр.
Галстук бәйләгәндә бик тулҡынланып, йөрәктәре дөп-дөп типкәндер кескәйҙәрҙең. Хәҙер һеҙ – пионерҙар, тимәк, кескәй бал ҡорттары кеүек эшләргә, яҡшы уҡырға, өлгөлө, татыу булырға, өлкәндәргә, ярҙамға мохтаж кескәйҙәргә, атай-әсәйҙәрегеҙгә, дуҫтарығыҙға ярҙам итергә тейешһегеҙ. Һәм был өмөттәрҙе аҡларһығыҙ тип ышанабыҙ, илебеҙҙең ысын патриоттары, ғорурлығы булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Сара һуңында пионерҙар “Юбилейный” кинотеатрында “Артек. Большое путешествие” фильмын ҡараны.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: