Ямғырлы һәм һалҡын йәйҙә пиондарға һыу һибеү кәрәкмәй. Әммә көндәр эҫе торғанда 7 – 10 көн һайын яҡшы итеп һыу һибергә кәңәш ителә. Һыу тупраҡҡа һеңһен өсөн уны кискеһен һибергә кәрәк.
Быны тамырҙары тын алһын һәм яҡшылап үҫһен өсөн һыу һипкән һайын йәки ямғырҙан һуң башҡарырға кәрәк. Һабаҡтар янында 5 – 7 см тәрәнлектә йомшартырға мөмкин, ә уларҙан 20 – 25 см алыҫлыҡта 10 – 15 сантиметрға тиклем мөмкин.
Әгәр ҙә ултыртҡан ваҡытта урынына ашлама индерелһә, тәүге ике йылында пиондарҙы ашлау кәрәкмәй. Өөсөнсө йылынан башлап иһә миҙгеленә дүрт тапҡыр ашлама индереү талап ителә. Иң беренсе тупраҡтан уның ҡыҙыл үҫентеләре күренә башлау менән ашларға кәрәк. Икенсе тапҡыр – сәскәгә тумалағанда, өсөнсөһө – сәскә атҡан ваҡытта һәм дүрт енсеһе – сәскә атып бөткәс.
Пиондар бер урында 50, хатта 100 йыл үҫә ала. Әммә ҡартая барған һайын, сәскәһе лә һирәгәйә. Шунлыҡтан 8 – 10 йылға бер ҡаҙып алып, һирәкләп ултыртырға кәрәк. Быны августа ғына эшләргә кәңәш ителә.
Фото:Т.Аманов.