Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Май 2022, 12:28

"Арыным, туйҙым!"

Йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә үҙенең әлеге тормошона зарланған. 

"Арыным, туйҙым!"
"Арыным, туйҙым!"

Популяр йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә һәр ваҡыт өйҙә тороуҙың һәм көндәлек эштәр менән булыуҙың уға ауыр тойолоуын белдергән.

 –  Өсөнсө көн өйҙә ултырам. Вильдан көн дә эштә. Көндәлек мәшәҡәттәр туйҙырып китте, хатта. Иҙән, һауыт-һаба йыуыуҙы, түшәктәрҙе алмаштырыу ялҡытты, күрә алмай башланым. Биш минут һайын иҙән йыуыу бигерәк тә ныҡ йонсота – Динә ҡыҙым донъяны  туҙҙырып тик йөрөй. Был бит тамуҡ! Гел генә өйҙә ултырған ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм! - тигән һүҙҙәр менән белдерә Гөлназ үҙенең "аҡылдан яҙырлыҡ" хәле тураһында.

Шулай уҡ ул был хәлдең тиҙҙән мотлаҡ үҙгәрәсәген дә билдәләй.

Һәр әсә ошондай мәшәҡәттәр аша үтә, бала үҫтергәндә төн йоҡоларын йоҡламай. Был тик ваҡытлыса ғына була торған хәл, аҙаҡ барыһы ла онотола һәм балаларҙың сабый сағын һағынып иҫкә алаһың. 

Фото: s16.stc.yc.kpcdn.net

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: