Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Май 2022, 19:56

Йылан тамыры йәшәртә

Матурлыҡ өсөн рецепт

Йылан тамыры йәшәртә
Йылан тамыры йәшәртә

Шалфей (йылан тамыры) ҡартайыу процесын тотҡарлаусы, яйлатыусы иң төп дарыу үләндәренең береһе һанала. Был үҫемлектә тәбиғи матдәләр - ҡатын-ҡыҙ гормоны эстрогенға оҡшаған үҫемлек гормондары бар. Ҡатын-ҡыҙҙарға, 35 йәштән үткәс, өҫтәмә рәүештә йәшәртеү курсын үтеп тороу мөһим.

Йылан тамырының 900-гә яҡын төрө бар. Улар бер-береһенән тышҡы һәм дауалау үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Дауалау өсөн кәрәклеһе - дарыу шалфейы, испан, мускат һәм эфиоп шалфейы. Ҡалғандарының файҙаһы аҙыраҡ.

Матурлыҡ өсөн рецепт:
Йылына өс тапҡыр өс аҙна буйы һәр иртә шалфей төнәтмәһе эсергә.
Уны әҙерләү
Бер балғалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, уның һыуынғанын көтөргә, шунан һөҙөп ашарҙан ярты сәғәт алда йотомлап ҡына эсергә. Эсемлеккә бал йәки лимон киҫәге өҫтәп ебәрергә мөмкин.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
Фото: oilsessential.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: