Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Май 2022, 12:39

Ҡаҙҙар тураһында беләһегеҙме?

Бөтә ҡаҙҙарҙың да тәпәйҙәре ҡыҙыл түгел – был уларҙың тоҡомона бәйле.

Ҡаҙҙар тураһында беләһегеҙме?
Ҡаҙҙар тураһында беләһегеҙме?
* Ҡаҙҙар – моногам ҡош-ҡорт, йәғни ата һәм инә ҡоштар бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлай! Тол ҡалһалар, бер нисә йыл яңғыҙ йәшәйҙәр.
 

* Оя йылы булһын өсөн, инә ҡаҙ үҙенең мамығын йолҡоп, төҙөлөш материалы сифатында ҡуллана, ә ваҡытлыса ташлап киткәндә, ояны үлән йәки ағас ботаҡтары менән йәшерергә тырыша.
 

* Ата ҡаҙ ояһына ҡурҡыныс янаһа, бик уҫалға әйләнә, хатта кешеләрҙе лә ныҡ итеп йәрәхәтләүе бар.
 

* Ҡаҙҙар 25 йылға тиклем йәшәй ала.
 

* Бәпкәләр сыҡҡас та, бер тәүлектән һуң йөҙә алалар.
 

* Төләү ваҡытында ҡыр ҡаҙҙары ай ярым тирәһе оса алмай, шуға ла, йыртҡыс һөжүменән йөҙөп ҡасыр өсөн, һыу буйҙарына күсәләр.
 

* Тибетта ҡаҙҙы изге ҡош тип һанайҙар.
 

* Ҡаҙҙар 8 километр бейеклеккә тиклем күтәрелеп оса, рәсми теркәлгән рекорд – 10 километр, бындай бейеклектә кеше кислород битлеге булмаһа, иҫтән яҙа.
 

* Ҡаҙҙар өсмөйөшкә теҙелеп осалар. Ошо рәүешле һауаны йырып барғас, көс­тә­ре юҡҡа сарыф ителмәй. Нисек тура ки­лә, шул рәүешле тупланып хәрәкәт итһәләр, ике тапҡырға яйыраҡ осорҙар ине.
 

* Бөтә ҡаҙҙарҙың да тәпәйҙәре ҡыҙыл түгел – был уларҙың тоҡомона бәйле.
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: