Даирә
+20 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
17 Мая 2022, 08:38

Аҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейеш

Аҙан – ул намаҙға саҡырыу. Уны намаҙ алдынан мәсеттә генә түгел, яңғыҙығыҙ өйҙә булғанда ла уҡырға кәрәк. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә теләһәгеҙ, аҙанды хатта сүллектә булғанда ла әйтегеҙ. Аҙандың үҙенсәлектәренең береһе - шайтандарҙы ҡурҡытыу.

Аҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейешАҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейеш
Аҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейеш

Аҙан – ул намаҙға саҡырыу. Уны намаҙ алдынан мәсеттә генә түгел, яңғыҙығыҙ өйҙә булғанда ла уҡырға кәрәк. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә теләһәгеҙ, аҙанды хатта сүллектә булғанда ла әйтегеҙ. Аҙандың үҙенсәлектәренең береһе - шайтандарҙы ҡурҡытыу . Аллаһ Илсеһе с.ғ.с. әйтте: “Ысынлап та, шайтан аҙанды ишетеү менән шул тиклем алыҫҡа ҡаса, ар-Раухаъ тип аталған ерҙәргә тиклем барып сыға”

Аҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейеш.

Аҙан транскрипцияһы:
1)Аллааһу әкбәр! - 4 тапҡыр
2)Әшһәдү әлләә иләәһә иллаллааааһ! - 2 т.
3)Әшһәдү әннә Мүхәммәдәррәсүлуллаааһ! - 2 т.
4)Хәййә ғәләссаләәәһ! - 2 тапҡыр
5)Хәййә ғәләл фәләәәх! - 2 тапҡыр
6)(Әссаләтү хайрум минән нәүүүм! - 2 т.)
7)Аллааһу әкбәр - 2 тапҡыр
8)Ләә иләәһә илләллаааһ - 1 тапҡыр

Тәржемәһе: Аллаһ бөйөк! - 4 тапҡыр.
Шаһитмын шуға, Аллаһтан башҡа һис тәңре юҡ! - 2т.
Шаһитмын шуға, Мөхәммәд Аллаһтың илсеһе! - 2т.
Ашығығыҙ намаҙға! - 2т.
Ашығығыҙ ҡотолоуға! - 2.т
Намаҙ йоҡонан яҡшыраҡ! - 2т.
Аллаһ бөйөк! - 2т.
Аллаһтан башҡа һис тәңре юҡ! - 1т.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас