Даирә
+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Баштарым әйләнеп китте шул саҡ...

Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа башы әйләнмәгән кеше юҡ­тыр. “Был көсөр­гәнешле, ҡатмарлы тормош үҙе тотош баш әйлә­неүҙән тора”, – тип үк ебәрер ҡайһы берәүҙәр...

Баштарым әйләнеп китте шул саҡ...
Баштарым әйләнеп китте шул саҡ...

Беҙгә килгән ауырыуҙар үҙҙәренең хәлен нисек кенә һүрәтлә­мәй – “Ер шары зыр итеп өйөрөлгән­дәй”, “башым ҡаҙандай ҡайнай”, “мейемдә ҡойон уйнаған һымаҡ”... Әммә күп ваҡыт кешеләр баш әйләнеү тип төрлө халәтте атай: еңелсә тотороҡ­һоҙлоҡто, иҫереүҙән, күңел болғаныу­ҙан, хәлһеҙлектән насар һиҙеүҙе, бө­тә донъя әйләнгән һымаҡ тойоуҙо.

Ғәмәлдә иһә табиптар кәүҙә йәки әйләнә-тирәләге әйберҙәр әйләнгән кеүек тойолоуҙы баш әйләнеү тип билдәләй. Мәҫәлән, бәүелсәктә ҡа­пыл шәп итеп атынғанда, аттракциондарҙа (мәҫәлән, “шайтан ҡуласаһында”) һау кешенең дә башы әйләнә торған.

Ләкин баштың бер сәбәпһеҙ әй­ләнеүе ниндәй ҙә булһа ауырыу ха­ҡында һөйләүе ихтимал. Баш әйләнеү нигеҙҙә мейелә ҡан йөрөшө боҙол­ғанда, уға ҡан һауғанда (инсульт), шеш үҫешкәндә, баш йәки муйын им­гәнгәндә, тарҡау склероздан, быуманан (эпилепсия), күҙ ауырыуҙарынан яфаланғанда күҙәтелә. Шулай уҡ эндокрин, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан ауырыуҙары, ағыуланыу, тейешенсә туҡланмау ҙа баш әйләнеүгә килтереүе мөмкин.
Баш ни өсөн әйләнә һуң?

Кәүҙәнең тигеҙ торошо өсөн яуап биргән вестибуляр аппараттан (ул эске ҡолаҡта урынлашҡан) мәғлүмәт баш мейеһендәге нервы күҙәнәктә­ренә килә. Артабан нервы импульс­тары баш мейеһе ҡабығының сикә өлөштәренә уҡтала, унда иһә баш һәм кәүҙә торошон аңлы “күҙәтеү” аҫтында тотҡан тигеҙлек үҙәге урынлашҡан. Ошо юлда нервы импульстарының бәйләнеше боҙолоуы баш әйләнеүгә килтерә лә инде. Шулай итеп, кәүҙәне тигеҙ тотоуыбыҙ-тотмауыбыҙ эске ҡолаҡтағы тигеҙлек аппаратынан, башҡа һиҙеү ағзаларынан мәғлүмәт алыусы баш мейеһе күҙәнәктәренә бәйле.

Баш ныҡ итеп әйләнгәндә, йыш ҡына кеше уҡшый, хатта ҡоҫа, ағарына, битенә тир бәреп сыға, күңелен хәүеф солғай. Был вестибуляр сис­теманың ҡан тамырҙары система­һына бәйлелеге менән аңлатыла. Тәүгеһе саҡ ҡына ҡаҡшаһа ла, икенсеһенең эшмәкәрлегендә сағыла. Ҡурҡыу тойғоһо биләүгә ҡарамаҫтан, баш әйләнеү үҙе генә ғүмер өсөн хәүефле түгел. Баш әйләнеүгә килтергән ауырыу сәбәптәрен ваҡытында һәм дөрөҫ асыҡлау мөһим.

Йүнләп ял итмәйенсә, самаһыҙ күп эшләп йонсоу, йоҡоно туйҙырмайынса йөрөү, көсөргәнешле хәлдәр ҡаҡшатыуы ла баш әйләнеүгә килтереүе мөмкин. Был осраҡта эш һәм ял ваҡытын көйләргә, кәмендә һигеҙ сәғәт йоҡларға, ашауҙы яҡшылап яйға һалырға кәрәк. Өйөлөп киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин түгел икән, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Әлеге мәлдә күңел тыныслығын һаҡлау ҡәҙерле. Саф һауала йөрөү, витаминдар эсеү хаҡында ла онотмағыҙ.
Әгәр баш йыш әйләнә икән, мотлаҡ рәүештә неврологҡа йәки отоневрологҡа мө­рәжәғәт итергә кәрәк. Аныҡ сә­бәбен билдәләү һәм дөрөҫ дауаланыу өсөн отоларингологта, терапевта, эндокринологта яҡшылап тикшерелеү зарур.

Баш әйләнеү киҫкен көсәйһә, бигерәк тә ул телмәр боҙолоу (тел көр­мәләнеү), хәлһеҙлек, ауыҙ, аяҡ-ҡул ойоу менән бергә күҙәтелһә, кисек­мәҫтән табип саҡыртығыҙ. Табип килгәнсе ҡуҙғалмай ғына ятып тороғоҙ. Ҡан баҫымы юғары икән, уны ҡапыл төшөрмәгеҙ сөнки уның кинәт тө­шөүе күп осраҡта юғары ҡан ба­ҫымынан ҡурҡынысыраҡ. Табип ме­нән кәңәшләшмәйенсә дарыу эсергә ярамай.

Мейелә ҡан йөрөшө боҙолоу арҡа­һында баш әйләнә тигән шик тыуғанда, баш мейеһе ҡан тамырҙарының ни кимәлдә тарайыуын ультратауыш тикшереүе ярҙамында билдәләйҙәр. Инсульт, шеш, тарҡау склероз булыу-булмауын асыҡлау өсөн магнит-резонанс томографияһы, энцефалограмма уҙғаралар.
Баш әйләнеү үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙолоу һөҙөмтә­һендә тыуһа, дауаханаға ятып, төп сирҙе дауаларға кәрәк. Шеш табыл­ған осраҡта, операция талап ителә. Тик һис кенә лә үҙ белдегегеҙ буйын­са дауаланмағыҙ, бының менән сирҙе уҙындырырһығыҙ ғына.
Светлана КАМАЛОВА,
табип-невролог.
Автор и фото:башҡортостан ҡыҙы
 
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в