Даирә
+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт атына арналған фестиваль йыл һайын үтәсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында "Оҙон бәйге"не ҡарап, бик матур бер тәҡдимен әйтте.

Башҡорт атына арналған фестиваль йыл һайын үтәсәк
Башҡорт атына арналған фестиваль йыл һайын үтәсәк

Ат сабышы Иҫке Сибай ауылында үтте. Был ауыл "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнаша.

Башҡорт тоҡомло ат бәйгеһе бында тәүгә ойошторола. Радий Хәбиров белдереүенсә, башҡорт атына арналған фестивалде Баймаҡта йыл һайын үткәрергә ҡарар ҡабул иткәндәр. Был бәйге генә түгел, ә конференция, ҡымыҙ байрамы, күргәҙмәләр һ.б.

- Беҙҙең фестиваль федераль кимәлгә лә сығыуы ихтимал, - тине Башҡортостан Башлығы.

Бәйгенең иң оҙон дистанцияһы 20 км ине. Радий Фәрит улы еңеүсегә, әлбиттә, Бәйге ҡушаматлы ат бүләк итте.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-14/bash-ort-atyna-arnal-an-festival-yyl-ayyn-t-s-k-2803913

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в