+4 °С
Болотло
Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы "Башҡортостан" гәзите үткәргән "Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы" конкурсында 2-се урын яулаған Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллинды ҡотланыҡ.
Тәбрикләү сараһында Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы Сабиров һәм уның урынбаҫары ҡатнашты. Бик йылы осрашыу булды.
"Башҡортостан" гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән Ҡырмыҫҡалы районы етәкселегенә һәм беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_145309