Даирә
+14 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Май 2022, 16:41

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡушты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуы барышында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Башҡортостан юлдаш телеканалында "Патриот 102" хәрби-патриотик программа концепцияһы өҫтөндә эш барыуы тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡуштыРадий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡушты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуы барышында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Башҡортостан юлдаш телеканалында "Патриот 102" хәрби-патриотик программа концепцияһы өҫтөндә эш барыуы тураһында һөйләне. Бындай проектты булдырыу тәҡдиме менән алдан республика Башлығына "Хәрби туғанлыҡ" республика бүлексәһе ағзалары мөрәжәғәт иткән.

Программа 2022 йылдың сентябренән эфирға сығасаҡ, әле алып барыусыларҙы һайлайҙар, буласаҡ тапшырыуҙар тематикаһы өйрәнелә. Беренсе этапта ул айына бер тапҡыр сығарыласаҡ, тип күҙаллана.

"Мин программаны айына 2 тапҡыр сығарырға тәҡдим итәм. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү шул иҫәптән ошондай тапшырыуҙар аша ла бара. Ул заманса һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш ", - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас