Даирә
+9 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
7 Мая 2022, 13:48

Иң оло хөрмәт – һуғыш ветерандарына!

Бөгөн Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Иҫке Бәпес ауылында тантаналы парад үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң оло хөрмәт – һуғыш ветерандарына!Иң оло хөрмәт – һуғыш ветерандарына!
Иң оло хөрмәт – һуғыш ветерандарына!

Бөгөн Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Иҫке Бәпес ауылында тантаналы парад үтте.

Унда ветерандар, ойошма хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы ла ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының портреттары менән үтте. Онотолмаҫ тантана Еңеү паркында дауам итте. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр, веноктар һалынды.

Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин Еңеү байрамы менән тәбрикләп иң изге теләктәрен еткерҙе.

- Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары алдында баш эйәбеҙ, яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовиктарыбыҙҙың, тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Тарихи хәтерҙе киләсәк быуындарға еткереү – беҙҙең бурыс. Бөйөк Еңеү көнө һәр ваҡыт берҙәм һәм еңелеү белмәҫ Рәсәйҙең символы булып ҡаласаҡ. Һеҙҙе байрам менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ,- тине Азамат Муса улы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас