

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен белмәгән кеше юҡтыр. Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған "Шайморатов генерал" йыры күптән инде Башҡортостанда халыҡ йырына әүрелгән. Уны бар халыҡ белә һәм яратып тыңлай. Быйыл легендар йырға 80 йыл. Республика халыҡ ижады үҙәге "Ер хәтере" республика марафоны сиктәрендә үткәрелгән "Шайморатов генерал" масштаблы патриотик акцияла ҡатнашырға саҡыра.
9 май көнө республиканың төрлө төбәктәрендәге ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта "Шайморатов генерал" йырын башҡарасаҡ. Акция республиканың һәр бер мәҙәни учреждениеһында үтәсәк. Унда теләгән кешеләрҙең барыһы ла ҡатнаша ала. Башланыу ваҡыты 12.00 сәғәттә.