Даирә
+22 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
6 Мая 2022, 06:40

Киселдән тәмле генә мусс эшләп ҡарайбыҙмы?

Был тәмлекәсте эшләр өсөн иң тәүҙә киселде ҡайнар һыу менән бутарға кәрәк буласаҡ. 

Киселдән тәмле генә мусс эшләп ҡарайбыҙмы?Киселдән тәмле генә мусс эшләп ҡарайбыҙмы?
Киселдән тәмле генә мусс эшләп ҡарайбыҙмы?

Тәмлекәс өсөн:

Кисель - 1 ҡап;

Пастаға оҡшаған эремсек - 200 г;

Ҡаймаҡ - 100 г;

Желатин - 1 ҡап;

Шәкәр ҡомо - 75 г;

Һыу - 200 г кәрәк буласаҡ.

Иң тәүҙә киселде ҡайнар һыу менән бутарға кәрәк буласаҡ. Уны болғап тороп һыуытабыҙ. Желатинды һыуға һалып ҡабартабыҙ. Бер һауытта эремсек, шәкәр һәм ҡаймаҡты бергә блендер менән бутайбыҙ һәм шул массаны киселгә һалабыҙ. Шунда уҡ әҙерәк йылытып алынған желатинды ла ҡушабыҙ. Яҡшы итеп бутағас, матур ғына һауыттарға һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Үҙегеҙ теләгән еләк-емештәр менән биҙәргә лә мөмкин. Ул ныҡ ҡына һыуынып, ҡатҡас, тәмлекәсте тәмләп ҡарарға ла була. Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас