Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
5 Мая 2022, 07:23

Помидорҙан ҙур уңыш алайым тиһәң...

Помидорҙан ҙур уңыш алырға теләһәгеҙ, түбәндәге бер нисә ябай ғына кәңәште үтәргә онотмағыҙ. Үҙегеҙҙең кәңәштәрегеҙ менән дә бүлешеп китһәгеҙ, рәхмәтле булыр инек.

Помидорҙан ҙур уңыш алайым тиһәң...Помидорҙан ҙур уңыш алайым тиһәң...
Помидорҙан ҙур уңыш алайым тиһәң...


- Тышҡа сығарып ултыртырҙан 2-3 көн алда үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын өҙөргә кәрәк;
- Күсереп ултыртҡанда соҡорга бер аҙ ағас көлө һалырға онотмағыҙ;
- Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡанда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыу+ 5 гр кислота);
- Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫешенә йод ҡатнашмаһы ярҙам итә: 3 литр һыуға 1 тамсы йод ҡушып һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк буласаҡ. Йод шулай ук помидорҙы фитофтора сиренән һаҡлай. Бер нисә тамсы йод һәм 250 гр һөттө 1 литр һыу менән ҡушып болғатырға һәм помидорға һибеп сығырға кәрәк буласаҡ.

Мул уңыш алырға, имен-һау ашарға яҙһын, Алла бирһә!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас