Даирә
+4 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
29 Апреля 2022, 13:35

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә

Баҡсағыҙҙағы йәшелсәләреҙе ҡаплап ҡуйырға тырышығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөләБашҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә

Баҡсағыҙҙағы йәшелсәләреҙе ҡаплап ҡуйырға тырышығыҙ.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял һәм байрам көндәрендә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк була. Республиканың төньяҡ райондарынан һалҡын һауа массаһының үтеп инеүе көтөлә.

«Төндә республиканың күпселек өлөшөндә ер өҫтөндәге һәм тупраҡтағы һауа температураһы 0,-5 градусҡаса түбәнәйә, урыны менән +1,+6, көндөҙ иһә +10, +16, ә 2 майҙа +8,+13 градус була»,  — тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, тип белдерҙе метеорологтар. 2 майға ҡарай төндә республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.

"Башинформ".

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас