Даирә
+26 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 11:06

Шаңҡытҡыс хәбәр...

Бер нисә сәғәт элек Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһына инеп атыш ойошторған, тип хәбәр итә РБК порталы.

Шаңҡытҡыс хәбәр...Шаңҡытҡыс хәбәр...
Шаңҡытҡыс хәбәр...

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 68 йәшлек ир «Иж-27» мылтығы менән тәрбиәсегә һәм ике сабыйға - 5 йәшлек малайға һәм 6 йәшлек ҡыҙға ут асҡан һәм һуңынан үҙен һәләк иткән. Мәктәпкәсә учреждениела һаҡсы булмаған, бары тик хәүеф төймәһе менән йыһазландырылған булған.

«База» телеграм-каналы мәғлүмәттәре: ир бинаға үҙәк ишектән ингән, ҡаршыһына осраған йыйыштырыусыны этеп йыҡҡан. Артабан ул икенсе ҡатҡа күтәрелгән һәм ут асҡан.

Әлеге минуттарҙа был ҡот осҡос мәғлүмәтте Ульяновск өлкәһе властары раҫлаған.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас