Даирә
+15 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 05:21

Лев Лещенко менән Николай Басков Өфөгә килә

Башинформ (https://bash.bashinform.ru/) хәбәр итеүенсә, тиҙҙән Өфөгә ике билдәле йондоҙҙоң килеүе көтөлә. Улар бушлай концерт күрһәтәсәктәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лев Лещенко менән Николай Басков Өфөгә киләЛев Лещенко менән Николай Басков Өфөгә килә
Лев Лещенко менән Николай Басков Өфөгә килә

9 майҙа Өфөгә байрам программаһында ҡатнашыу өсөн Рәсәй сәхнәһе йондоҙҙары килә. Асыҡ һауалағы байрамда Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко сығыш яһай.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙанындағы концертта башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ла ҡатнаша. Программа киске 7-лә башлана. Сара сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.

Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтары саҡырыла.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-25/v-ufe-v-den-pobedy-vystupyat-nikolay-baskov-i-lev-leschenko-2783325

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас