Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
23 Апреля 2022, 09:22

Йәмләнһен тыуған төйәгебеҙ

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы тыуған төйәгебеҙҙе тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк итеүселәрҙе бергә тупланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәмләнһен тыуған төйәгебеҙЙәмләнһен тыуған төйәгебеҙ
Йәмләнһен тыуған төйәгебеҙ

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы тыуған төйәгебеҙҙе тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк итеүселәрҙе бергә тупланы.

Был акция сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы ауылындағы плотина буйлап 5 меңгә яҡын ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.

Акцияла хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Өмәгә муниципаль район хакимиәте башлығы ӘлфирСабиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы финанс министры Лира Иғтисамова, уның урынбаҫарҙары Зинур Бәкиров менән Роза Йосопова ла ҡушылды.

Байтаҡ йылдар уҙыр. Урман шаулап үҫер. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр. Ағастар гөрләп үҫһен, урман-һыуҙарыбыҙ мул булһын, тип теләйек.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас