Даирә
+26 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Апреля 2022, 09:46

Баҙар хаҡы раҫланды

Башҡортостанда 2022 йылдың II кварталына торлаҡтың бер квадрат метрының баҙар хаҡы раҫланды

Баҙар хаҡы раҫландыБаҙар хаҡы раҫланды
Баҙар хаҡы раҫланды

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы бойороғона ярашлы, Башҡортостанда ағымдағы йылдың беренсе кварталына торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы 77 625 һум күләмендә билдәләнгән. Торлаҡ һатып алғанда йәки төҙөгәндә федераль һәм төбәк бюджеттарынан ярҙам күрһәтелгәндә республикала йәшәүселәр өсөн субсидиялар ошо кимәл буйынса иҫәпләнергә тейеш. Был турала Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итте.

2022 йылдың беренсе кварталында торлаҡтың уртаса хаҡы 72 565 һум тәшкил иткән.

2021 йылды республика торлаҡ тапшырыу буйынса рекордлы күрһәткес менән тамамланы — 2,9 миллион квадрат метр. 114 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Льготаға эйә булған 11 мең кеше торлаҡҡа дөйөм суммаһы яҡынса 2,4 миллиард һум тәшкил иткән дәүләт ярҙамы алды.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-22/bash-ortostanda-2022-yyldy-ii-kvartalyna-torla-ty-ber-kvadrat-metryny-ba-ar-ha-y-ra-landy-2780353 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас