Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
20 Апреля 2022, 16:28

Президент башҡорт ҡыҫтыбыйын тәмләп ҡарарға теләй

«Беҙгә лә бер аҙ ҡыҫтыбый ебәрә алмаҫһыңмы», — тине ул Өфө эшҡыуарына.

Президент башҡорт ҡыҫтыбыйын тәмләп ҡарарға теләйПрезидент башҡорт ҡыҫтыбыйын тәмләп ҡарарға теләй
Президент башҡорт ҡыҫтыбыйын тәмләп ҡарарға теләй

 «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» ойошмаһының күҙәтеү советы ултырышында ил Башлығы Владимир Путин Өфө эшҡыуары Марат Нәсхетдиновтың проектын хупланы һәм унан бер аҙ башҡорт ҡыҫтыбыйы ебәреүен һораны.

Марат Нәсхетдинов — «Мастера гостеприимства» милли ризыҡтарҙы танытыу конкурсы еңеүсеһе. Ул Өфөлә «Һәйбәт хәлдәр» тип исемләнгән милли аш-һыу ресторанын төҙөгән. Ошо рәүешле ул башҡорт ризыҡтарын пропагандалай. 

Тура эфирҙа Владимир Путин яҡташыбыҙҙан ресторандың исеме һәм хәләл продукция хаҡында һорашты. «Һәйбәт хәлдәр» — сәләмләүгә яуаплау, «как дела?» - «Хәлдәр һәйбәт». Киләсәктә хәләл менән шөғөлләнергә планлаштырабыҙ», — тине Марат.

Президент хәләл ризыҡҡа ихтыяж ҙур булыуын билдәләне. 

— Беҙ дөйөм туҡланыуҙы үҫтерәсәкбеҙ. Ә сит илдекеләр китһен, әйҙә. Уның ҡарауы, беҙҙең ризыҡтарҙа пестицидтар әҙерәк. Милли аш-һыу — мәҙәниәттең бер өлөшө. Ә беҙҙең мәҙәниәтебеҙ бик бай. Милли аш-һыу тәмле лә, үҙенсәлекле лә.

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-04-20/prezident-bash-ort-y-tybyyyn-t-ml-p-arar-a-tel-y-2777634

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас