Даирә
+13 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
20 Апреля 2022, 16:48

Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереүҙәре ихтимал

«Берҙәм Рәсәй» Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе.

Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереүҙәре ихтималГеоргий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереүҙәре ихтимал
Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереүҙәре ихтимал

«Берҙәм Рәсәй» Георгий таҫмаһын хәрби дан символдарына тиңләштереү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе.

Был Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү символын тәнҡитләүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Закон проектына ярашлы, асыҡтан-асыҡ таҫманың дәрәжәһен төшөргән өсөн енәйәти йәки административ яуаплылыҡ янай.

Георгий таҫмаһы күп йылдар инде халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ныҡлығы символы булып тора. Сит илдәрҙә был символды тәнҡитләү күренештәре йышайҙы. Парламент ҡарауына индерелгән документта билдәләнеүенсә, таҫма тарихи хәтерҙе һаҡлауға бәйле маҡсатта ғына файҙаланылырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-20/georgievskuyu-lentu-mogut-priravnyat-k-simvolam-voinskoy-slavy-2776463

Фото:Берҙәм Рәсәй

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-20/georgiy-ta-ma-yn-h-rbi-dan-simvoldaryna-ti-l-shtere-re-ihtimal-2776646

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас