

Фотоһүрәттә - Кения атлеты Абель Мутай. Ул 2012 йылда Испанияла үткән еңел атлетика буйынса ярышта ҡатнаша. Финиш һыҙығына тиклем бер нисә метр ғына ҡалғас спортсы туҡтап ҡала. Еңдем, финишҡа еттем тип уйлап көйәрмәндәрҙе сәләмләй башлай. Уның артынан килгән испан атлеты Иван Фернандес эштең ниҙә икәнлеген һиҙеп, уға "Ярышты дауам ит!" тип, ҡысҡыра. Әммә Мутай испан телен белмәй булып сыға. Шул ваҡыт испан спортсыһы уны төртөп тигәндәй финишҡа оҙата.
Ярыштан һуң бер журналист Иван Фернандесҡа "Һеҙ ни өсөн Кения спортсыһына еңеү мөмкинлеген бирҙегеҙ?" тигән һорау бирә. Иван: "Мин уға мөмкинлек бирмәнем, был еңеү уныҡы ине", - тип, яуап бирә. "Ә шулай ҙа был еңеү һеҙҙеке лә була ала ине" тигәнгә, спортсы журналистҡа аптырап борола ла: "Был еңеүҙән ниндәй файҙа, был миҙалда минең ниндәй ҡаҙанышым булыр ине? Минең әсәйем был турала нимә әйтер ине?" тип яуаплай. Спорт тарихына Иван Фернандес "Иң ғәҙел атлет" исеме менән инеп ҡалды.