

Бәпембәнең япраҡтарын йыйып киптерергә кәрәк. Ул холестеринды төшөрә, мәтдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы һәм йөрәк-тамыр системаһына ла файҙалы (тонизирует) икән. 1 аш ҡалағы кипкән япраҡтарға 1 стакан эҫе һыу ҡойорға, 2 сәғәт тондороп ултыртыртып һөҙөп алғас, стакандың дүрттән бер өлөшө кимәлендә көнөнә 3 тапҡыр эсергә кәрәк буласаҡ. Был мәғлүмәтте яҙған кеше инсульт үткәргән булған, тиҙәр. Табиптар яҡшылап йөрөй ҙә, һөйләшә лә алыуың шикле, тип белдерәләр уға. Ә ул бер йыл буйы бәпембә япрағының ошондай төнәтмәһен эсә һәм һауыға. Һәр бер үләндең төнәтмәһен эсер алдынан, әлбиттә, табиптар менән кәңәшләшеү мотлаҡ.