Даирә
+18 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 10:59

Бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны...

Маһинурҙың никах сәғәте һуҡты - һөйгәне кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, күңеле менән ышанмаһа ла, шатланып риза булды.

Бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны...Бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны...
Бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны...

16 йәшендә Маһинурға урамда осраған бер сиған ҡатыны бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны. Маһинурҙың никах сәғәте һуҡты - һөйгәне кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, күңеле менән ышанмаһа ла, шатланып риза булды.
- Ярай, кәләш булып йөрөп торайым, алдағыһын Хоҙай белә, - тип йылмайҙы Маһинур.
Гөрләтеп туй яһанылар.
Әммә йәш парҙың оҙаҡ ҡына балалары булманы. Маһинурға табиптар һәр бер тикшереүҙән һуң түлһеҙлек диагнозы ҡуя килделәр. Хоҙайҙан һораһаң, мөғжизәләр ҙә була икән - Маһинур балаға уҙҙы.
- Ғүмереңде ая, был баланы таба алмайһың, - тип докторҙар иҫкәртеп торҙолар.
- Ярай, бик оҡшай әлеге хәлем. Әсәй була алмаһам да, бәпес көтөү бәхетен татыйым әле, - тип йылмайып яуап бирер ине Маһинур.
Ваҡыты еткәс, Маһинур
шалҡан кеүек ул табып алды.
Ғүмер шулай аҡты. 40 йыл үткәс, Маһинурға ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙылар - күп булһа ярты йыл ғүмерең ҡалғандыр.
- Ярай ҙа, исмаһам парашюттан һикереп өлгөрөрмен. Ғүмерем буйы хыялланғайным. Һаман ҡурҡа инем, хәҙер ҡурҡынысы юҡ. - тип йылмайҙы Маһинур.
Бер тапҡыр һикерҙе, ике тапҡыр. Тағы. Ярты йыл түгел, тағы 40 йыл йәшәне Маһинур.
Йөрәгегеҙгә ҡурҡыу ояламаһын. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

"Һәр көн - бүләк" төркөмөнән алынды.

https://vk.com/public196666932?w=wall-196666932_2556 

 

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас