

Көнсөллөк, башҡа кешенең уңыштарына ҡыуана белмәү кеүек кире сифаттар уғата борсой мине. Беҙ сит-яттарға ҡарата киң күңеллебеҙ. Улар йортобоҙға килһә, өрмәгән ергә ултыртмайбыҙ, мул табын ҡорабыҙ, яҡты йөҙ күрһәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙекеләргә артыҡ талапсанбыҙ, түҙемһеҙбеҙ. Хатта туғандарыбыҙҙың, күршеләребеҙҙең уңышына ҡарап шатланыу урынына, ҡара көйәбеҙ. Балаларыбыҙҙы кескәй сағынан: "Ана, күршенең һыйыры игеҙ быҙаулаған, бейәһе ҡолонлаған, малайы институтҡа уҡырға ингән, ҡыҙы диплом алып ҡайтҡан, яңы машина алғандар, ҡайһылай һәйбәт булған, инеп ҡотларға кәрәк!" - тип өйрәтеп-күрһәтеп үҫтерһәк, был кире күренеш булмаҫ та ине донъяла. Бар нәмә тәрбиәнән тора.
Беҙ бер-беребеҙҙе йәлләй, күңелебеҙҙе үҫтерә, дәртләндерә белмәйбеҙ. "Башҡорт башҡорттоң башын ашай" тигән һүҙҙе йыш ҡабатларға яратабыҙ. Был дөрөҫ түгел. Сөнки мин рустар, татарҙар, йәһүдтәр менән бик йыш аралашам һәм уларҙа ла был күренештең киң таралыуына шаһитмын. Бер-беребеҙҙе күрә алмау - ул бөтә Рәсәй, хатта бар донъя халыҡтарына хас күренеш, оло бәлә. Шуға күрә, был һүҙҙәрҙе онотайыҡ та, киреһенсә, бер-беребеҙҙе дәртләндереп, ҡанатландырып йәшәргә өйрәнәйек, туғандар.
Сәфәрғәли Йәнтүрин,
биология фәндәре докторы, профессор.