Даирә
+3 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
6 Апреля 2022, 11:52

Бит тиреһен йәшәртер маска

Бит тиреһен йәш һәм матур итеп һаҡлау өсөн салондарға барыу мотлаҡ түгел.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бит тиреһен йәшәртер маскаБит тиреһен йәшәртер маска
Бит тиреһен йәшәртер маска

Бит тиреһен йәш һәм матур итеп һаҡлау өсөн салондарға барыу мотлаҡ түгел. Өйҙә лә быны эшләп була. Һеҙгә өс төрлө рецепт тәҡдим итәбеҙ.
1. Бит тиреһен шымартыу өсөн һеҙгә ни бары 1 балғалаҡ крахмал һәм банан кәрәк була. Банандә иҙәбеҙ һәм крахмал менән бутайбыҙ. Биткә һәм декольте урындарына һылап, 20-25 минут тирәһе көтәбеҙ.

2. Бит тиреһен сафландырып, тон бирһен өсөн ни бары 1 лимондың һуты етә. 1 балғалаҡ бал һәм 1 аш ҡалағы аҡ балсыҡты лимон һуты менән бутап, 20 минутҡа биткә һөртәһең. Бынан тыш балсыҡ бит тиреһен тарттыра, антибактерия эффекты бирә, шештәрҙе, һыҙлауыҡтарҙы кәметә. Ҡыҙарған урындар, бәләкәй деффекттарҙы бөтөрә.

3. Һеҙгә тәҡдим итә торған маска йөҙҙән арыу һыҙаттарын бөтөрә. 1 йомортҡа ағын 1 балғалаҡ балалар өсөн булған тальк (присыпка тиҙәр), лимон һуты һәм 1 тамсы ментол майы менән бутайбыҙ.

Был маскаларҙы 3-4 көн арауығы менән эшләгеҙ.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас