Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
3 Апреля 2022, 05:09

Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

Үҙәк көйөү — күптәргә яҡшы таныш проблема. Ниндәйҙер аҙыҡ ярамаһа ла үҙәк көйөп йонсота. Кемдер был осраҡта йылымыс һыу, кемдер һалҡын һөт йоторға кәңәш итә. Ә бына йөҙөмдөң үҙәк көйөүен баҫыуы хаҡында ишеткәнегеҙ булдымы икән?!

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙәгең көйһә, йөҙөм ашаҮҙәгең көйһә, йөҙөм аша
Үҙәгең көйһә, йөҙөм аша

Үҙәк көйөү — күптәргә яҡшы таныш проблема. Ниндәйҙер аҙыҡ ярамаһа ла үҙәк көйөп йонсота. Кемдер был осраҡта йылымыс һыу, кемдер һалҡын һөт йоторға кәңәш итә. Ә бына йөҙөмдөң үҙәк көйөүен баҫыуы хаҡында ишеткәнегеҙ булдымы икән?!

  *  Йөрәгегеҙ ауыртыуға зарланаһығыҙ икән, иртәнсәк бер көнгә етерлек дарыу әҙерләп ҡуйығыҙ. Бәләкәй генә киҫәк икмәкте дүрт өлөшкә бүлеп, һәр береһенә бер нисә тамсы бесәй үләне (валерьян) төнәтмәһе тамыҙығыҙ. Һәр 4 сәғәт һайын икмәк киҫәген ауыҙығыҙға ҡабып, яҡшы итеп сәйнәп йотоғоҙ

    * Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡырғыстан үткәрелгән кишергә йөҙөм йәиһә әстерхән сәтләүеге ҡушып әҙерләнгән салат ашағыҙ. Уға майонез урынына ҡаймаҡ ҡушыла. Бындай салатты даими ашағанда, мейе күҙәнәктәре яңыра һәм ҡан әйләнеше яҡшыра

    * Ангинанан ҡотолоу өсөн теш таҙартҡан ваҡытта ауыҙығыҙҙы сайҡатҡанда тәүгеһендә һыуҙы төкөрөгөҙ, икенсе ҡат сайҡатҡанда тамағығыҙҙы ла сайҡатырға онотмағыҙ. Быны ғәҙәткә индерһәгеҙ, тамаҡ ауыртыуының нимә икәнен бик тиҙ оноторһығыҙ.

    * Ашҡаҙан сей яраһынан, эсәктәр ауыртҡанда тауыҡ йомортҡаһын бер ҡалаҡ он менән бутап, ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн. Был рецепт күп тапҡыр һыналған.

     * Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 – 6 йөҙөм ашау ғына кәрәк. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер. 

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас