

Республика Премьер-министры Андрей Назаров прокуратура, монополияға ҡаршы хеҙмәт вәкилдәре һәм сауҙа селтәре етәкселәре менән осрашты. Һөйләшеү барышында магазиндарҙа социаль әһәмиәткә эйә булған продукттарға хаҡтарҙың урынһыҙ күтәрелеүен киҫәтеү һәм сауҙа нөктәләре кәштәләрендә тауарҙарҙың тулылығын тәьмин итеү буйынса берлектәге эшмәкәрлек мәсьәләләре тикшерелде. Быға тиклем ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәре тәү файҙаланыу тауарҙарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйғайны, әммә уларҙың бер нисәүһе, был килешеүҙе боҙоп, тауарҙарға юғары хаҡ билдәләгән. Андрей Назаров белдереүенсә, әҙләп һатыу хаҡтарын күҙәтеү үҙәге һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай һәр осраҡты теркәп бара, сауҙа нөктәләре етәкселәренә ҡаты киҫәтеү яһай.
Бынан тыш, шәкәр ҡомо менән килеп тыуған хәлде яйға һалыу өсөн, уны етештереүселәр һәм ритейлерҙар араһында республиканың сауҙа селтәрҙәренә шәкәрҙе туранан-тура килтереү тураһында килешелде. Киләсәктә был өлкәлә ауырлыҡтар булдырмау өсөн шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙандары 35 меңдән 47 мең гектарға тиклем арттырыласаҡ.
Дөйөм алғанда, бөгөн Башҡортостан предприятиелары аҙыҡ-түлек тауарҙарҙың бөтә төрөн дә етештерә тиерлек. Һөт, ит ризыҡтарына, йомортҡаға, картуфҡа һәм томаттарға ихтыяж тулыһынса ҡаплана. Шәкәр һәм май етештереү иһә республикала талап ителгәндән 4,7 һәм 6,8 тапҡырға күберәк сығарыла. Шуға ла магазин кәштәләренән тауарҙың был төрҙәре юғалыр, тип борсолорға урын юҡ.
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.