Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Марта 2022, 11:38

Радий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асырға ҡушты

Радий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу бурысын ҡуйҙы

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асырға ҡуштыРадий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асырға ҡушты
Радий Хәбиров 11 октябрҙә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асырға ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде 11 октябрҙә — Республика көнөндә асырға ҡушты.

«Бөгөн Совет майҙанында беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын тапшырыуға 80 йыл тула. Хәҙер төҙөүселәргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм Өфө мэрияһына мөрәжәғәт итәм — 11 октябрҙә һәйкәл ҡуйылған майҙанды асырға тейешбеҙ. Быға ҡағылышы булғандарҙың һәммәһе лә ла быны эшләргә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1942 йылдың 22 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тантаналы рәүештә БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы байрағы тапшырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-22/radiy-habirov-poruchil-otkryt-pamyatnik-generalu-minigali-shaymuratovu-11-oktyabrya-2738293 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас