Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
19 Марта 2022, 10:32

Тыуған ил өсөн! Еңеү өсөн! Беҙ бергә!

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы район үҙәгендә Украинала барған хәрби операцияны хуплап автоуҙыш үтте.  Район халҡы ошо рәүешле беҙҙең  хәрбиҙәренә теләктәшлек белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған ил өсөн! Еңеү өсөн! Беҙ бергә!Тыуған ил өсөн! Еңеү өсөн! Беҙ бергә!
Тыуған ил өсөн! Еңеү өсөн! Беҙ бергә!

Акцияны Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы һәм райондың запастағы ил сиге һаҡсылары йәмәғәтселек ойошмаһы ойошторҙо. Автоуҙышта ҡатнашырға теләүселәр бик күп булды. Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр тотош ғаиләләре менән килгәндәр. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, запастағы ил сиге һаҡсылары ҡатындары һәм балалары менән ҡатнашты.

Машиналар колоннаһы район үҙәге буйлап флагтар тағып үткәндән һуң унда ҡатнашыусылар Еңеү паркындағы һәйкәлдәргә сәскәләр һалды. Шунда уҡ үткән митингыла район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров йыйылыусыларҙы сәләмләп:

- Беҙҙең ил һәр ваҡыт көслө булды һәм булып ҡала. Әлеге ваҡытты барған хәрби операцияның маҡсаты ла илебеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырыу. Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районы ла  бер ҡасан да илен һатманы һәм һынатманы. Бөгөн беҙ һалдаттарыбыҙҙы хупларға тип сыҡтыҡ, улар беҙҙең теләктәшлекте тойорға тейеш - тине.

Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов һәм запастағы ил сиге һаҡсылары йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Рөстәм Маннановтарҙың сығыштарында ла беҙгә бергә һәм берҙәм булырға кәрәк, тигән һүҙҙәр яңғыраны. Митинг аҙағында акцияла ҡатнашыусылар  Z хәрефе булып теҙелеп, флэшмобта ҡатнашты.

- Беҙ бөгөнгө акцияны кәрәкле тип һанайбыҙ. Бер нисек тә унда ҡатнашмайынса булдыра алмаҫ инек. Ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, һалдаттарыбыҙға рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ, - тинеләр акцияла ҡатнашыусы Иҫке Бәпес ауылынан Закир Хәлитов һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Әлфир Насиров.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.



 

.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас