

Йоҡо организм өсөн бик мөһим. Йоҡлағанда беҙ көсөбөҙҙө тергеҙәбеҙ, арығанлығыбыҙҙы бөтөрәбеҙ, балалар хатта йоҡлап үҫә.
Дөрөҫ туҡланыу, көн тәртибен уңайлы итеп ҡуйыу, йоҡоға етерлек ваҡыт ҡалдырыу – һаулыҡ өсөн файҙалы һәм кәрәкле талаптар.
Кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Йоҡо туймаһа, ауырыу һымай йөрөйһөң.
Йоҡоһоҙлоҡтан интегеү ҙә – сиргә тиң.
Насар йоҡо, медиктар әйтеүенсә, инсульт, инфаркт һәм башҡа етди сирҙәргә килтереүе ихтимал.
Шуныһы ла бар: оҙаҡ йоҡлау ҙа зыянлы. Ғалимдар, өлкән кешегә уртаса 7 – 8 сәғәт йоҡо кәрәк, ти. Берәүҙәре, ҡатын-ҡыҙға өҫтәмә бер сәғәт йоҡо булһа, арыу, ти. Сөнки гүзәл зат тойғолораҡ. Балаларға иһә 10 сәғәт йоҡо яҡшы.
Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-03-18/b-g-n-b-t-don-ya-yo-o-k-n-2733467