Даирә
+3 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
15 Марта 2022, 08:38

Vk-ла аҡса эшләйем тиһәң...

Онлайн-бизнес менән шөғөлләнергә теләгән кеше ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Vk-ла аҡса эшләйем тиһәң...Vk-ла аҡса эшләйем тиһәң...
Vk-ла аҡса эшләйем тиһәң...

VK урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советын булдырҙы. Уның составына эшҡыуарҙар һәм “Рәсәй таянысы” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре инде. Советтың төп маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә яңы шарттарға яраҡлашырға һәм бизнесты үҫтереүҙә уларҙың мәнфәғәттәрен мөмкин тиклем иҫәпкә алырға ярҙам итеү.

“Күпселек урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең бөгөн онлайн эшләүен аңлайбыҙ. Бергәләп эшҡыуарҙарға һәм ҡулланыусыларға уңайлы булырҙай сервистарҙы үҫтерергә һәм өйрәнергә әҙербеҙ. Бының өсөн эшҡыуарҙар берләшмәһе идеяларын һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алған совет ойошторабыҙ. Әле үк “Бәйләнештә” ике миллиондан ашыу эшҡыуар үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итә, һуңғы ял көндәрендә генә 100 меңдән ашыу бизнес-берләшмә ойошторолдо. “Бәйләнештә”ге бизнес платформаһында эшҡыуарҙар интернетта үҙ эшен башлау һәм үҫтереү өсөн бөтә кәрәкле ҡоралдарҙы таба ала”, – ти компанияның генераль директоры Владимир Кириенко.

Үҙ сиратында, “Рәсәй таянысы” командаһы фокус-төркөмдәр үткәреү һәм профилле бизнес-берләшмәләрҙән фекер йыйыу нигеҙендә онлайн һатыу механизмдары буйынса комплекслы тармаҡ экспертизаһы тәҡдим итәсәк.

VK советы бөтә ил буйынса эшҡыуарҙарҙан оператив тәҡдимдәр йыйыу һәм әҙерләү өсөн асыҡ диалог майҙансығына, берҙәм тәҙрәгә әйләнәсәк. Эксперттар шулай уҡ үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ һәм яңы шарттарҙа бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре осраған бурыстар тупланмаһын формалаштырырға ярҙам итәсәк.

Совет составына түбәндәгеләр инде:

Александр Калинин, “Рәсәй таянысы” президенты.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас