Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
14 Марта 2022, 10:38

ТӨП КУБОК ШАЙМОРАТОВТАРҘА

11 мартта район хакимиәте башлығы Кубогына саңғы ярышы уҙҙы. Был спорт байрамы районыбыҙҙың йөҙҙән ашыу спорт һөйөүселәрен – мәктәп уҡыусыларын, спорт ветерандарын, хеҙмәт коллективы вәкилдәрен бер ергә тупланы, берләштерҙе. Призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:

ТӨП КУБОК ШАЙМОРАТОВТАРҘАТӨП КУБОК ШАЙМОРАТОВТАРҘА
ТӨП КУБОК ШАЙМОРАТОВТАРҘА

Бындай оло сараның төп маҡсаты – төрлө йәштәге кешеләрҙе спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау. Шулай уҡ бындай ярыштар районда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүе тураһында ла күпте һөйләй.

Беҙ килгәндә ярыш майҙансығы спортсылар һәм көйәрмәндәр менән туп-тулы ине. Саңғысылар бик етди ярышҡа әҙерләнә, тән яҙа. 

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров спорт байрамын тантаналы асып, ярышсыларға уңыштар теләне. Район Мәҙәниәте һарайы йырсыһы Салауат Әйүпов байрамда ҡатнашыусыларға үҙенең дәртле йырын бүләк иткәндән һуң саңғысылар үҙҙәренең йәш төркөмдәре буйынса бүленеп, стартҡа әҙерләнә башланы.

Бына иң беренселәрҙән булып 60 йәштәге һәм унан өлкән ир-егеттәр старт һыҙығына килеп тә баҫты һәм бик ҡыҙыу, сәмле ярыш башланып та китте. Көйәрмәндәр шау-гөр килеп, саңғысыларға көс-дәрт өҫтәп торҙо, финиш һыҙығына тәүгеләрҙән булып килеүселәрҙе ихлас ҡотлауҙар менән ҡаршы алды.

Бар спортсылар ҙа үҙ төркөмдәрендә ярышып бөткәс, бар халыҡ тәбрикләү тантанаһына йыйылды. Әлфир Фәрхәт улы бер-бер артлы еңеүселәрҙе ҡотлап, миҙалдар һәм бүләктәр тапшырҙы.

Шулай итеп, шәхси зачетта призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:

60 йәшлек һәм унан өлкән ирҙәр араһында:

1-се урын – Иван Егоров;

2-се урын – Юрий Кириллов;

3-сө урын – Анатолий Буйлов.

50-59 йәшлек ирҙәр араһында:

1-се урын – Петр Асабин;

2-се урын - Роберт Ғәйфуллин;

3-сө урын – Радик Зәйнуллин.

40-49 йәшлек ирҙәр араһында:

1-се урын – Алешин Владимир.

30-39 йәшлек ирҙәр араһында:

1-се урын – Олег Матросов;

2-се урын – Александр Матросов;

3-сө урын – Евгений Дмитриев.

16-29 йәшлек ир-егеттәр араһында:

1-се урын – Артемий Михайлов;

2-се урын –  Кирилл Валетдинов;

3-сө урын –  Богдан Насиров.

60 йәшлек һәм унан өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын – Тәнзилә Ғайсина;

2-се урын – Ольга Павельева;

3-сө урын – Рита Ғимаева.

50-59 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын – Рәсиҙә Әхмәрова;

2-се урын – Рита Ғәлиәхмәтова;

3-сө урын – Фирҙәүсә Мостафина.

40-49 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын – Екатерина Асабина;

2-се урын – Олеся Захлебина;

3-сө урын – Лариса Кириллова.

30-39 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын – Марина Йәғәфәрова;

2-се урын – Эльвира Матросова;

3-сө урын – Марина Аркадьева.

16-29 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын – Алёна Асабина;

2-се урын – Сабрина Асатова;

3-сө урын – Айгөл Әбдрәхимова.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса командалар араһында беренселекте һәм район хакимиәте башлығының төп Кубогын Шайморатов ауыл биләмәһе саңғысылары яуланы. Прибельский ауыл биләмәһенә – икенсе, Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһенә өсөнсө урындар бирелде, кубок һәм дипломдар тапшырылды.

Шулай уҡ был көндө Ҡарлыман ауыл советынан Николай Герасимов, Шайморатов ауыл биләмәһенән Вера Семенова “Спорт ветераны” номинацияһында, Иҫке Бәпестән Айназ Хәлитов менән Ҡырмыҫҡалы ауылынан Рената Таһирова “Иң йәш спортсы” номинацияһында бүләкләнделәр.

Районыбыҙҙың барлыҡ саңғы спортын һөйөүселәренә был яулаған үрҙәр менән генә сикләнмәйенсә, артабан тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.

Йәлил Хәким улы Әхмәтйәнов, Олокүл ауылы, 53 йәш:

- Был сарала мин йыл һайын ҡатнашам. Мәктәптә 30 йыл физкультура дәрестәре алып барам. Шуға күрә мин уҡыусыларыма өлгө күрһәтергә тейешмен, үҙемде бындай ярышта ҡатнашырға бурыслымын, тип һанайым. Бөгөн призлы урынға сыға алманым, әммә ҡайғырмайым, еңеүселәр өсөн ҡыуанам ғына. Беҙҙең төркөмдә бик көслө саңғысылар йыйылған. Спорт менән бәләкәй саҡтан дуҫмын. Көн дә иртән физик күнекмәләр яһайым, аҙнаһына ике тапҡыр мотлаҡ рәүештә саңғыла йөрөйөм. Ял көндәрендә бөтә ғаиләбеҙ менән бергәләп йә Прибельскийға, йә Ҡырмыҫҡалыға саңғыла йөрөргә киләбеҙ. Бындағы трасса ныҡ оҡшай. Саңғы ярыштарында мәктәптә уҡыған ваҡыттан уҡ ҡатнашам. 7-се класта уҡығанда ағас саңғыла ун километр йүгергәнем әлегеләй хәтеремдә. Район хакимиәте башлығы Кубогы өсөн ярыштарҙа ла 7-8 йыл рәттән гел призлы урындар яуланым. Былтыр һәм быйыл ғына бер аҙ уңыш йылмаймай. Һаулығым булһа, ғүмеремдең һуңғы көндәренә тиклем был спорт төрөн ташламаясаҡмын.   

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

   

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас