

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов «Рәсәй 1» телеканалы эфирында Рәсәй властары инфляцияны һәм илдә пенсияға бәйле хәлде иғтибар менән күҙәтеп барасағын белдерҙе.
«Пенсионерҙарға ил етәкселеге яғынан ҙур иғтибар бүленә. Шуға күрә хаҡтарға бәйле хәл — беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Әлбиттә, ошондай шарттарҙа пенсионерҙарҙы яҡлауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ», — тине ул.
Финанс министры һүҙҙәренсә, бюджетта кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү һәм иҫәп-хисап алып барыу өсөн ресурстар етерлек.
«Әлбиттә, кәрәкле тауарҙар етештереүҙе тәьмин итеү өсөн беҙҙә аҡса етерлек», — тип белдерҙе Антон Силуанов.
Фото:Ксения Калинина