Даирә
+3 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
11 Марта 2022, 03:52

Төнөн йоҡлай алмай интеккәндә

Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәргә түбәндәге бер нисә кәңәш ярҙам итер, тип уйлайбыҙ. Иң тәүҙә түбәндәге доғаны уҡырға тәҡдим итәбеҙ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Төнөн йоҡлай алмай интеккәндәТөнөн йоҡлай алмай интеккәндә
Төнөн йоҡлай алмай интеккәндә

- Иң тәүҙә түбәндәге доғаны уҡырға тәҡдим итәбеҙ:

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр. Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Йоҡлар алдынан сәсте тарарға кәрәк. Ул баштағы ҡан йөрөшөн яҡшырта, бик яҡшы массаж булып тора. Шулай уҡ сәсте тарағанда, көнө буйы йыйылған кире энергия юғала.

Йоҡлай алмай ыҙалағанда яйлап ҡына һанарға кәрәклеге хаҡында барыһы ла беләлер, моғайын. Был ысынлап та ныҡ ярҙам итә, мейегә бишек йыры кеүек тәьҫир итә, ти ғалимдар.

Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәргә тағы ла түбәндәге бер нисә кәңәш ярҙам итер, тип уйлайбыҙ:

  • Кис йоҡларға ятыр алдынан 20-30 минут ваҡытығыҙҙы саф һауала үткәрегеҙ. Көндөҙ ҙә саф һауала йөрөү файҙалы. Ҡояш нурҙары мелатонин балансын яйлауға булыша.
  • Магний витаминына (палтус, миндаль, кешью, шпинат һ.б.) һәм В витаминына (йәшелсә, сәтләүектәр һ.б.) бай ризыҡтар менән туҡланырға тырышығыҙ. Белгестәр бындай осраҡта В6 һәм магний комплексын ҡулланырға кәңәш итә.
  • Ятыр алдынан ашамаҫҡа тырышығыҙ, тик бал менән үлән сәйе эсергә була.
  • Кофеинлы эсемлектәрҙе көндөң беренсе яртыһында ҡулланырға тырышығыҙ. Был кофе яратҡандарға ғына түгел, йәшел сәй менән мауыҡҡандарға ла ҡағыла.
  • Йоҡо бүлмәһен һәр ваҡыт елләтергә ғәҙәтләнегеҙ. Һалҡынса һауа булғанда, йоҡлап китеү еңелерәк.
  • Йоҡларға ятҡас ун тапҡыр танау менән тәрән итеп һулыш алығыҙ. Был күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатларға була, ул тынысланырға ярҙам итә.
  • Күңелдә борсоу уята торған әйберҙәр тураһында уйланмаҫҡа тырышығыҙ, ғәйеплемен тигән тойғонан арынығыҙ.
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас