

Оҙаҡ ҡулланған мендәрҙәрҙә көнкүреш туҙаны һәм талпандар барлыҡҡа килә һәм улар төрлө хроник сирҙәр, аллергия булдыра тиҙәр. Ысынмы икән?
Эйе, мамыҡ мендәрҙәрҙе даими рәүештә таҙартып һәм алыштырып тороу мөһим. Оҙаҡ ҡулланған һайын, ундағы талпандар һаны ла арта бара. Бындай мендәрҙәрҙә йыйылған төрлө бактериялар иммунитеты түбән булған кешеләрҙе бронхиаль астма йәки аллергик ринит сирҙәренә дусар итеүе бар. Шуға күрә мамыҡ мендәрҙәрҙе биш йыл һайын алыштырырға кәрәк. Синтетик материалдан эшләнгән мендәрҙәр һаулыҡ өсөн файҙалыраҡ, әлбиттә. Әммә улар үҙҙәренең формаһын тиҙ юғалта. Шуға күрә бындай мендәрҙәрҙе лә йыш алыштырырға тура киләсәк.