

Гел генә ашағы килеп тороуҙың сәбәптәрен табиптар төрлөсә билдәләй. Иң тәүге сәбәпте улар кешенең йоҡоһо туймауҙан, тип аңлата. Әгәр йоҡоң туймай икән, организмдағы грелин тип аталған гормон күбәйә, ә лептин гормоны, киреһенсә, кәмей һәм улар кешенең мейеһенә һәр ваҡыт ашарға кәрәк тигән сигнал ебәреп тик тора. Шуға күрә йоҡлау режимын яйға һалырға, ваҡытында йоҡларға ятып, ваҡытында торорға күнегергә кәрәк. Һыуҙы аҙ эскәнлектән дә йыш ашағы килеүе мөмкин, сөнки кешеләр йыш ҡына һыуһау тойғоһон асығыу менән бутай. Бындай осраҡта һыу эсеп ҡуйыу, һеҙҙе артыҡ ныҡ туҡланыуҙан ҡотҡарыр.
Печенье, кәнфит кеүек татлы аҙыҡтарҙы күп ашау ҙа гел генә асыҡҡҡан тойғоно барлыҡҡа килтерә. Сөнки шәкәргә бай ризыҡтар организмдағы глюкозаны тиҙ генә күтәрә һәм кире тиҙ генә төшөрә. Шунлыҡтан организм ашарға һорай башлай. Глюкоза кимәле даими рәүештә шулай һикереп торһа, диабет сиренә юлығыуың да бар.
Ауыр һәм оҙайлы стрестан да ҡайһы бер кешеләр күп һәм йыш ашарға әүәҫләнә. Бындай ваҡытта кеше менән күберәк аралашырға, ауыр тойғоларҙан ҡотолоу юлдарын эҙләргә тырышыу зарур.
Шулай уҡ йыш асығыу тойғоһо өҫтәл артынан яҡшылап туймайынса тороп киткән саҡта, ябығам тип калориялы аҙыҡтан баш тартҡан осраҡта ла булыуы мөмкин.