Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
6 Марта 2022, 16:11

Бөркәнсектә тыуған егеттәр...

Егеттәр эшләп торған машинаға инеп тәрән йоҡоға тала һәм... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөркәнсектә тыуған егеттәр...Бөркәнсектә тыуған егеттәр...
Бөркәнсектә тыуған егеттәр...

Кисә таңға ҡарай Өфө ихаталарының береһендә видеокүҙәтеү ҡорамалына ҡурҡыныс хәл теркәлә. Видеонан күренеүенсә, ике егет эшләп торған машинаға инеп ултыра һәм тәрән йоҡоға тала. Ике сәғәт үткәс, машина ни сәбәптәндер төтәй башлай. Оҙаҡламай ул гөлт итеп тоҡанып китә. Ә егеттәр унан сығырға ашыҡмай, йәғни уянмай.

Автомобилдең алғы өлөшөн тулыһынса ут ялмағас ҡына водитель килеп сыға. Шаңҡыған егет янында иптәше булыуын да онота хатта. Бары тик бер нисә минут үткәс кенә «штурман»ын ҡотҡара. Был ваҡытҡа янғын һүндереүселәр ҙә килеп өлгөрә. Ут тиҙ арала һүндерелә. Бәхеткә күрә, егеттәрҙең береһе лә зыян күрмәй.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас