+13 °С
Ясно


Башҡортостандың почта бүлексәләре 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип белдерҙеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
5 мартта Башҡортостандың почта бүлексәләре лә бер сәғәткә алдараҡ ябыла, ә 6 мартта — ғәҙәти, 7 мартта шәмбе графигы буйынса эшләйәсәк.
«Ҡайһы бер ауыл почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнеүе мөмкин, 8 март ял көнө», — тине Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Фото: "Башинформ"дан.